06:41 (UTC+5), 29 Декабрь 2018

Өфөлә авиакәрәсиндең хаҡы үҙгәрмәгән – Росавиация

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Росавиация авиакәрәсин хаҡы менән ил аэропорттары исемлеген баҫтырып сығарған. Ведомство материалдарынан күренеүенсә, декабрҙә Волга буйы федераль округының күпселек төбәктәрендә яғыулыҡтың хаҡы үҙгәрмәгән. Атап әйткәндә, Өфөлә, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Һарытауҙа, Чебоксарҙа, Пензала, Кировта, Ижевскиҙа, Саранскиҙа һәм Ульяновскиҙа («Көнсығыш»).
Авиакәрәсин хаҡы Орскиҙа — 1,1% (бер тоннаһы 43,154 мең һум), Ульяновскиҙа («Үҙәк») — 2,2% (45, 724 мең һум) артҡан. Яғыулыҡтың хаҡы төшкән төбәктәр ҙә бар: Һамарҙа (48,87 мең һум) һәм Түбәнге Новгородта (48,96 мең һум) 0,5%.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында авиакәрәсин 52,1 мең һум тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика