06:32 (UTC+5), 26 Декабря 2018

2018 йылда төбәктә йәшәүселәрҙе пенсия менән тәьмин итеүгә 201 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәрҙе пенсия менән тәьмин итеүгә 201,1 миллиард һум йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге мәлдә пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслау тулы күләмдә тамамланған.
26 декабрҙән киләһе йылдың ғинуарының беренсе декадаһын финанслау башланған.
«Яңы йылда пенсия таратыу 3 ғинуарҙан башлана һәм почта элемтәһе ойошмаларының эш режимына бәйле башҡарыла. Байрам һәм ял көндәрендә таратыуҙың аныҡ датаһы декабрь пенсияһы квитанцияларында күрһәтелгән. 9 ғинуарҙан пенсия ғәҙәти график буйынса тапшырыла», — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның һүҙҙәренсә, 12-һендә һәм 13-өндә пенсия алырға тейешлеләр өсөн банктарға аҡса ваҡытынан алда — 11 ғинуарҙа күсерелә. Артабан —«килешеүҙәрҙә билдәләнгән ваҡытта».
Әле республикала 1 миллион 200 мең пенсионер иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика