04:34 (UTC+5), 25 Декабря 2018

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла. Республика программаһын оҙайтырға йыйынмайҙар. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, аҡса 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына бирелә.
«Программаға эләккән йәки эләгергә тейешлеләрҙе генә тәьмин итеү күҙаллана. Әлбиттә, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр тыуған балаларға ғына», — тип Ленара Иванованың һүҙҙәрен килтерә «Комсомольская правда» в Уфе».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе бала өсөн 300 мең» республика программаһын Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов башлағайны. Сертификаттар тапшырыу мәсьәләһе өсөн төбәктең Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты яуап бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика