14:02 (UTC+5), 24 Декабрь 2018

Соликамскиҙа һәләк булған Башҡортостан эшселәренең ғаиләһенә 8-әр миллион һум бүленә

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Соликамскиҙа шахталағы янғында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан эшселәренең ғаиләләре 8 миллион һум бер тапҡыр бирелә торған пособие алырға тейеш. Шуның бер миллионын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса республика түләй, тағы ла бер миллионды улар Социаль страховкалау фондынан ала, 2 миллион һум эш биреүсе —«30-сы төҙөлөш идаралығы» түләй, өс миллионды «Уралкалий» компанияһы (фажиғә уның шахтаһында булған) бүлә. Пермь крайы хакимиәтенән ғаиләләр тағы берәр миллион һум ала.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләре хәҙерге ваҡытта Соликамскиҙа икәнлеге хаҡында һөйләне. Улар менән бергә унда медиктар, психологтар, Өфө һәм Белорет районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бар.
«Урында уларға бөтә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә, беҙ улар менән даими бәйләнештә, мәрхүмдәрҙең бәлиғ булмаған балаларын айырым контролдә тотоу, уларға даими, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Балаларға шулай уҡ атайҙарының уртаса эш хаҡы күләмендә айлыҡ пособие түләнергә тейеш», — тине Ринат Бәширов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләк булған эшселәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул Өфө һәм Белорет районы хакимиәттәренә мәрхүмдәрҙең ерләүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алырға һәм уларҙың балаларына даими ярҙам күрһәтергә ҡушты.
«Алты бала атайһыҙ ҡалды, дүртәүһе – үҫмерҙәр, иң кесеһенә өс кенә йәш. Уларҙың барыһы ла беҙҙең балалар һәм һеҙ уларға тормошта ярҙам итергә тейешһегеҙ», — тине ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика