05:23 (UTC+5), 24 Декабрь 2018

Республикала 2019 йылдың ғинуарынан мобиль элемтә ҡиммәтләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәйҙең кәрәҙле элемтә операторҙары үҙ хеҙмәттәренә хаҡтар артыуы тураһында хәбәр итте. «Вымпелком», «Мегафон» һәм «Тele2» компаниялары клиенттарын 2019 йылдың 1 ғинуарынан мобиль элемтә хеҙмәттәре хаҡын күтәреү тураһында иҫкәртте, тип хәбәр итә «РИА Новости» агентлығы. «Вымпелком» («Билайн» сауҙа маркаһы) үҙ сайтында 1 ғинуарҙан алып һуңыраҡ һәм алдан түләү тарифтары пландарында үҙгәрештәр, һуңыраҡ түләү операцияларында, шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса тарифтарҙа һәм операцияларҙа шылтыратыу хаҡтары хаҡында хәбәр урынлаштырған.
«МегаФон» компанияһы абоненттарға өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының 19 проценттан 20 процентҡа тиклем үҙгәрәсәге тураһында смс-хәбәр ебәргән. Оператор хаҡты 9 ғинуарҙа яңыртырға вәғәҙәләй.
Tele2 архив тариф пландарының бер өлөшө параметрҙарын 1 ғинуарҙан үҙгәртә. Компанияла абонент түләүе артыуын баҙарҙа, тармаҡта һәм иҡтисадтағы хәлдең үҙгәреүен иҫәпкә алырға тура килеүе менән аңлаттылар.
Әлегә МТС компанияһы ғына үҙенең тарифтарын арттырыу тураһында белдермәне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика