07:13 (UTC+5), 21 Декабря 2018

Башҡортостанда «Аҡбуҙат» балалар шифаханаһында 100 койка-урынлыҡ яңы корпус төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Өфө янындағы «Аҡбуҙат» балалар шифаханаһында 100 урынлыҡ яңы өс ҡатлы корпус төҙөү күҙаллана. Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы сауҙалашыуҙа «Иҫке Кремль» идара итеүсе компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен объекттың проектлаусыһы итеп һайлап алды.
Дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған материалдарҙан күренеүенсә, компания 10,74 миллион һумға проект эштәрен башҡарырға тәҡдим итте, контракттың башланғыс хаҡы 11,07 миллион һум ине. Килешеүгә икенсе дәғүәсе «Изотерм» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Анна Волкованыҡы) булды.
Корпусты проектлау туғыҙ ай эсендә тамамланырға тейеш.
Kartoteka.ru мәғлүмәттәре буйынса, «Иҫке Кремль» идара итеүсе компанияһы» хужалары — Рәмил Гәрәев, Зөфәр Сәғитов һәм Руслан Ардиев. 2018 йылда компания республиканың Евпаториялағы «Юбилейный» шифаханаһын проектланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика