04:29 (UTC+5), 20 Декабря 2018

Үҙәк банк яңы йылда нимәнең ҡиммәтләнеүен хәбәр итте

iz.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда бензинға, тәмәкегә, шарапҡа һәм автомобилдәргә хаҡ арта, тиелә Үҙәк банктың «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында» докладында. Материалды «Известия» гәзите өйрәнде. Көйләүсенең фаразы буйынса, акциздарҙың үҙгәреүенә бәйле яғыулыҡ һәм тәмәке 4,6% сиктәрендә, алкоголь — 0,9%, ә автомобилдәр 0,2% ҡиммәтләнә. Шуның менән бергә өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың үҫеүе нигеҙендә инфляция 4-тән 5-5,5% тиклем арта. Әгәр ошо һалым барлыҡ тауарҙар төркөмөнә йоғонто яһамаһа — аҙыҡ-түлеккә ставка льготалы ҡала, ә бына бензиндың ҡиммәтләнеүе транспортировка өсөн сығымдарҙы йәлеп итә, был иһә бөтә етештереүселәргә лә тиерлек ҡағыла. Шул сәбәпле киләһе йылда көнкүреш техникаһы, электроника, аяҡ кейеме, кейем-һалым һәм транспорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнә. Хәүеф төркөмөндә икмәк-ҡалас изделиелары, емеш-еләк һәм йәшелсә-емеш тә бар — уларҙың үҙҡиммәтендә лә ташыуға һәм һаҡлауға сығымдарҙың өлөшө ҙур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика