10:18 (UTC+5), 20 Декабрь 2018

Башҡортостан парламентарийҙары 2019 йылға республика бюджетын ҡабул итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн, 20 декабрҙә, пленар ултырышта 2019 йылға республика бюджетын ҡабул итеү өсөн тауыш бирҙе. Киләһе йылда Башҡортостан бюджетының килеме — 175, 6 миллиард һум (тәүге уҡыу менән сағыштырғанда 3,4 миллиард һумға күберәк), сығымы 195,6 миллиард тәшкил итәсәк. Дефицит — 20 миллиард һум, уны элекке йылдарҙа тупланған һәм үҙләштерелгән аҡса иҫәбенә ҡаплау күҙаллана.
2020 һәм 2021 йылдарға бюджет параметрҙары үҙгәрмәй һәм түбәндәгесә тәшкил итә: килем — 167,5 миллиард һум һәм 174,3 миллиард һум, сығым — 187,5 миллиард һум һәм 187,3 миллиард һум.
Бюджет сығымы структураһында барлыҡ социаль проекттар һаҡланған һәм ярайһы уҡ киңәйтелгән. Бюджет сығымының өстән ике өлөшө тиерлек социаль өлкәне финанслауға йүнәлтелә. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтөнлөк бирелә. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә сығым күләме арттырылған.
2019 йылда милли иҡтисадҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 45 миллиард һум, дөйөм дәүләт мәсьәләләренә — 11,4, бюджет-ара трансферттарға — 9,4, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 1 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика