12:05 (UTC+5), 19 Декабря 2018

Өфөлә ҡаланы үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә депутаттар 2030 йылға тиклем Өфөнө социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын, 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона ҡала бюджетын ҡабул итте.
Документта алдағы 12 йылға ҡаланы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең төп параметрҙары яҙылған: Өфө стратегияһы булдырылған, ҡаланы социаль-иҡтисади үҫтереү прогнозы төҙөлгән, стратегияны тормошҡа ашырыу механизмдары билдәләнгән. Шулай уҡ унда Өфөнө социаль-иҡтисади үҫтереү йүнәлештәре эсендә муниципаль программалар исемлеге буйынса тәҡдимдәр булдырылған һәм ҡаланы үҫтереүҙең өҫтөнөклө проекттары билдәләнгән.
Өфөнөң төп стратегик маҡсаты — халыҡтың йәшәү сифатын, ҡала хужалығын, инфраструктураны үҫтереү, социаль иҡтисади үҫеш кимәлен арттырыу.
Стратегияны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты әҙерләне. Проектҡа биш меңдән ашыу кеше тәҡдим индерҙе, эшсе комиссияларҙа депутаттар, саҡырылған эскперттар уны бер нисә тапҡыр тикшерҙе. Ҡала Советы документҡа үҙгәрештәр индереү буйынса өфөләрҙең яҙма мөрәжәғәттәрен ҡабул итте.
Быйыл ноябрҙә Стратегия 2030 проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте, унда теләгән һәр кем үҙенең фекерен белдерҙе. Тыңлауҙарҙа 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың күбеһе тәнҡит һүҙҙәрен әйтте. Ҡала халҡының, эксперттарҙың һәм депутаттарҙың байтаҡ идеялары документтың аҙаҡҡы вариантында сағылыш тапты, тип хәбәр итте ҡала Советының матбуғат хеҙмәте. Стратегияның тулы тексы Өфө ҡала Советы сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика