06:06 (UTC+5), 19 Декабрь 2018

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,5 миллиард долларға еткән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2018 йылдың 10 айында 4,54 миллиард долларға еткән. Был бер йыл элекке осор менән сағыштырғанда 13,4% күберәк.
Тәүге ун контрагент ил иҫәбенә Латвия, Белоруссия, Ҡытай, Германия, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Нидерланд, Төркиә, Финляндия һәм Польша ингән. Ошо илдәр менән сауҙа әйләнеше 3,45 миллиард доллар йәки республика тышҡы сауҙа әйләнешенән 76% тәшкил иткән.
Сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспорттың өлөшө - республика экспортының дөйөм күләменән 44,2% (1,64 миллиард доллар). 2017 йылдың ғинуар-октябренә үҫеш 15,3% тәшкил иткән.
«Тауарҙарҙың ошо категорияһында күберәк машиналар эшләү продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, шулай уҡ металдар һәм уларҙан яһалған изделиелар, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатылған», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
http://www.bashinform.ru/news/1252940-vneshnetorgovyy-oborot-bashkirii-dostig-4-5-mlrd-dollarov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика