06:45 (UTC+5), 18 Декабря 2018

Республикала эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә 13 меңдән ашыу кешегә хеҙмәт хаҡы түләнмәгән. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда шул хаҡта белдерҙе.
«Халыҡ эшебеҙҙе ошо кире күренеште нисек үҙгәртә алыуыбыҙға ҡарап та баһалай. Беҙгә яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итербеҙ, яңы производстволар асырбыҙ. Ҡасандыр кешеләргә эш биргән элекке предприятиеларҙы тергеҙеү зарур», — тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Һуңғы йылдарҙа республика Ағиҙел йылға пароходсылығы, «Ергән» машина-технология станцияһы кеүек предприятиеларынан ҡолаҡ ҡаҡты, «Башавтотранс»ты һәм «Башҡортостан» нәшриәтен юғалта яҙҙы, тип билдәләне ул.
«Ҡайҙалыр менеджмент эшләй алманы, ә ҡайҙалыр аңлы рәүештә эш иттеләр. Төрлө милек формаһындағы ойошмаларҙы «бүлеү»ҙә миллиондарса аҡса алған енәйәтсел төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймаҫбыҙ. Был өлкәлә ҡаты тәртип урынлаштырырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика