04:28 (UTC+5), 18 Декабрь 2018

Мораҙым тарлауығында турбазаны үҫтереүгә 1,5 миллиард һум аҡса һалына

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостандың «ТриОникс» компанияһы Күгәрсен районында «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1,5 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй. Ошо көндәрҙә Мораҙым ауылында «Урман әкиәте» турбазаһында тау саңғыһы үҙәген төҙөү проекты өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Инвестор һалым льготаларына һәм төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙа, юлдар һәм газ үткәргес төҙөгәндә бюджет ярҙамына дәғүә итә.
Бөгөнгә «ТриОникс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған «Урман әкиәте» турбазаһы 300 койка-урынға иҫәпләнгән, тюбинг трассаһы бар. Тау саңғыһы үҙәге асылһа (план буйынса 2022 йылға тиклем төҙөлөргә тейеш), бында 140 яңы эш урыны барлыҡҡа килә.
«Коммерсант-Өфө» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, «ТриОникс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2009 йылда Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ойошторолған, төҙөлөш менән шөғөлләнә. Компания эшҡыуар Марат Ибәтуллиндыҡы, ул шулай уҡ 100% - «Баҡалы ауыл хужалығы баҙары», «Стройиндустрия», «Башкомплект» йәмғиәттәренә, 50% «Күмертау асфальт завод»ына хужа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика