08:25 (UTC+5), 14 Декабря 2018

Өфөлә инвестиция сәғәтендә ҡояш электр станцияһы, нефтселәр, сыр етештереүселәр ярҙам һораны

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Йортондағы сираттағы «Инвестиция сәғәтендә» энергетика, агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙар дәүләт ярҙамын һораны. Төбәктә өс ҡояш электр станцияһын төҙөгән «Хевел» компаниялар төркөмө тағы ла өсәүҙе планлаштыра — Хәйбулла, Көйөргәҙе, Бөрйән райондарында. Экологик энергия сығанағы айырыуса энергия тәьминәте менән проблемалар булған Бөрйән районына кәрәк, тип иҫәпләй инвесторҙар. Был станцияға инвестициялар күләме — 800 миллион һум.
«Өфөоргсинтез» компанияһына кумол етештереүҙе яңыртыу тәүҙә билдәләнгәнгә ҡарағанда (1,13 миллиард һум) 745 миллионға ҡиммәтерәккә төшкән. Шуға ярашлы, дәүләт ярҙамының күләме 126 миллион һумға артырға тейеш. Ҡулайламаны яңыртыу ҙур экологик әһәмиәткә эйә: ағып төшә торған һыуҙың күләме сәғәтенә 10 мең килограмдан 2 мең килограмға тиклем кәмегән, өҫтәүенә аҡмала алюминий иондары бөтөнләй юҡ. Инвестиция сәғәте барышында республика хөкүмәте менән «Өфөоргсинтез» өҫтәмә килешеү төҙөнө.
Яңауылда һөт етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән «Победа» компанияһы һауын көтөүен 1,5 мең баштан биш меңгә тиклем арттырырға, һөт ризыҡтарын етештереүҙе киңәйтергә һәм сыр етештереү предприятиеһын асырға теләүе хаҡында белдерҙе. Предприятие проектҡа 2,3 миллиард һум һалырға әҙер (575 миллионы – үҙенең аҡсаһы, 1,725 миллиарды – заем), ҡорамал, мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау һәм льготалы инвестиция кредиттарын файҙаланған өсөн льготалы ставканан 2% түләү рәүешендә дәүләт ярҙамын һорай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика