10:50 (UTC+5), 13 Декабря 2018

Башҡортостанда 2019 йылда йорт бесәйҙәрен һәм эттәрен тамғалау башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы — баш ветеринар Азат Йыһаншин 2019 йылдан республикала бөтә йорт бесәйҙәренә һәм эттәренә махсус тамға ҡуйыу башланыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла Теркәү һәм иҫәп буйынса берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына индерелә. Был йорт хайуандарына төрлө сирҙәргә, тәү сиратта ҡотороҡҡа ҡаршы тейешле вакцина яһалғанмы, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барыу өсөн кәрәк.
«Быйыл эт-бесәйҙәрҙең ҡотороҡ менән сирләүенең 12 осрағы теркәлде. Ветеринарҙар хайуанға вакцина эшләнеү-эшләнмәүен белергә һәм вакцинациянан баш тартҡан осраҡта хужаларға уларҙың ҙур хәүеф менән янауы хаҡында шылтыратып иҫкәртергә тейеш. Һәр кем үҙенең хайуаны өсөн яуаплылыҡ тота. Вакцина бушлай яһала», — тип билдәләне Азат Йыһаншин.
Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем бесәйгә йәки эткә ҡотороҡҡа ҡаршы бушлай вакцина яһатырға мөмкин. Ветеринария хеҙмәте берәҙәк эттәрҙе лә контролгә ала. Өфөлә уларҙы тотоу менән «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы шөғөлләнә. Йыл һайын эйәһеҙ хайуандарға ветеринарҙар йәки махсус автохужалыҡ хеҙмәткәрҙере эткә вакцина эшләнгәнме, юҡмы икәнлеген күрһен өсөн билдәле бер төҫтәге тамға ҡуйыу күҙаллана.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, пластмасса бирканың күмәртә хаҡы — 12-18 меңгә, электрон тамғаны йәки бер бирканы ҡуйыу 50-70 һумға төшә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика