06:26 (UTC+5), 12 Декабря 2018

Республика яңынан ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда 2019 йылда 117 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Яңынан ойошторолған кооперативтар һаны буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Сағыштырыу өсөн: ошо күрһәткес буйынса икенсе урында торған Татарстанда, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылда 43 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән.
Башҡортостанда 10 декабргә 211 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнгән, тип белдерҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк илдә тәүгеләрҙән булып ауыл хужалығы кооперативтарын булдырыу буйынса килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашыра башланы. Килем килтереүсе проекттарҙың асылы шунда: ауылда шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алып барған граждандарҙың башланғысы һәм финанслауы иҫәбенә иҡтисади яҡтан эшләгән һәм ҡатнашыусыға өҫтәмә килем килтергән коллектив файҙаланыу объекты булдырыла. Өҫтәүенә конкурс нигеҙендә проектты тормошҡа ашырыуға грант бүленә, ул берлектә финанслау 9 проценттан кәм булмаған осраҡта бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса тәшкил итеүе мөмкин. Республика Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, 2020 йылға ҡәҙәр кооперативтарҙың килемлелеге дүрт тапҡырға артырға — 1 миллиард һумдан ашырға тейеш, өс йылда ауыл хужалығы кооперативтарында 1500-ләгән яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең яңы кимәленә сыҡҡан берләшмәләр хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1249666-bashkiriya-vyshla-na-1-mesto-v-rossii-po-kolichestvu-vnov-sozdannykh-selkhozkooperativov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика