05:46 (UTC+5), 11 Декабря 2018

Башҡортостан юлдарында кәмендә 660 камера ҡуйырға кәрәк — Радий Хәбиров

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте «Транспорт сәғәте»ндә 2019 йылда авариялы юл участкаларында 62 стационар һәм 50 күсмә фото һәм видеотеркәү комплекстарын ҡуйырға хәл итте. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙҙы. Юлдарҙа «ҡара таптар» ҡалмаһын өсөн кәмендә 660 комплекс кәрәк. Уларҙы һатып алыу өсөн бюджеттан тыш аҡсаны йәлеп итеү, дәүләт-шәхси партнерлыҡ варианттарын ҡарау күҙаллана.
«Яңы заманса камералар тиҙлекте лә, уҙып китеүҙе лә теркәй. Шәп йөрөргә яратыусыларҙың ҡағиҙәләрҙе боҙоу теләген бөтөрөрбөҙ. Быны хәл итербеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Һәр дүшәмбе оперативкала йәшәргә лә йәшәргә тейешле кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында ишеткән һайын үҙ-үҙемә асыуым килә... Ғүмерҙәр өҙөлә, шул иҫәптән түрәләрҙең эшләп еткермәүе арҡаһында. Тәжрибә күрһәтеүенсә, фото һәм видеотеркәү камералары торған ерҙә юл фажиғәләренең һаны ҡапыл кәмей. Ләкин бындай комплекстар Башҡортостанда әлегә бөтөнләй аҙ – бөтәһе 223… Бер нисә тапҡырға күберәк кәрәк. Элегерәк бының менән шөғөлләнергә нимә ҡамасаулаған, күп кенә күршеләрҙең миҫалы буйынса (Татарстанда – 1364 камера!)?», — тип аптырай республика етәксеһе.
Быға тиклем «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығы камералар ҡуйыу урындарын үҙгәртергә ниәтләүе хаҡында хәбәр иткәйне. «Видеотеркәү камералары водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә. Беҙ түбәндәге алымды ҡулланырға уйлайбыҙ: уларҙың урындарын алмаштырабыҙ, сөнки водителдәр ҡайҙа урынлашҡанын белә. Ниндәй ҙә булһа муляж ҡалдырабыҙ, ә ысын камераны, шартлы рәүештә әйткәндә, икенсе бағанаға ҡуябыҙ. Быны даими эшләргә ниәтләйбеҙ», — тине «Росавтодор»ҙың төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәмил Сенжапов. Киләһе йылда М5, М7, Р-240 федераль трассаларында ҡуйыу өсөн 60 камера һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итте ул.
http://www.bashinform.ru/news/1249229-na-dorogakh-bashkirii-nuzhno-ustanovit-kak-minimum-660-kamer-radiy-khabirov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика