11:35 (UTC+5), 10 Декабря 2018

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яңы йылға тиклем эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе талап итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс ағымдағы йылдың 1 декабренә 635,6 миллион һум тәшкил итте. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.
«Ләкин был һан аныҡ түгел. Ул хеҙмәт хаҡы буйынса йәшерен бурысты иҫәпкә алмай, уны асыҡлау өсөн законлы нигеҙ кәрәк, — тип асыҡлыҡ индерҙе Татьяна Астрелина. — 2015 йылдан башлап хеҙмәт хаҡы буйынса фактик бурысты асыҡлау эше уның арта барыуын күрһәтә. Әгәр 2015 йылдың 1 ғинуарына ул 152 миллион һум тәшкил итһә, 2018-ҙең 1 ғинуарына был һан 481,8 миллион һумға тиклем артып, 1 декабргә 635,6 миллион һумға еткән».
Эш хаҡы буйынса дөйөм бурыстан 65-тән 75% тиклеме — бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларҙыҡы. Быйыл 1 декабргә 400 миллион һумдан ашыу ошондай 77 бурыслыға тура килә.
Астрелина банкротлыҡ процедураһында һәм хеҙмәт хаҡы буйынса бурысы булған предприятиеларҙы контролгә алыу кәрәклеген белдерҙе.
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе әйтеүенсә, 13 141 кеше алдында 635 миллион һумлыҡ бурыс бар.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Яңы йыл алдынан, 28 декабрҙә, муниципалитет башлыҡтарын тыңлаясағын һәм эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе контролдә тотасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«635 миллион — беҙҙең өсөн бик ҙур һан. 28 декабргә быны күрергә теләмәҫ инем», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1248929-dolgi-po-zarplate-v-bashkirii-sostavili-bolee-635-millionov-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика