Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2018, 11:44

Ауыл хужалығы ветерандарының пенсияһына өҫтәмә түләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән пенсионерҙар яңы йылдан пенсияға билдәләнгән түләүҙән 25% күләмендә өҫтәмә ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы. 2019 йылда билдәләнгән түләү күләме — 5334,19 һум. Өҫтәмәнең күләме 1333,55 һум тәшкил итә.
Был хаҡта «Страховка пенсиялары тураһында»ғы федераль закондың 17-се статьяһында әйтелгән.
Өҫтәмә аҡса тәғәйенләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте производстволар һәм һөнәрҙәр исемлеген, өҫтәмә алырға хоҡуҡ биргән эшләү осорон иҫәпләп сығарыу ҡағиҙәләрен раҫлаған.
http://www.bashinform.ru/news/1248473-veterany-selskogo-khozyaystva-poluchat-prilavku-k-pensii/
Читайте нас: