06:47 (UTC+5), 07 Декабрь 2018

«Башҡортостан сода компанияһы»на сеймал сығанағы табылды: Торатау эшкәртелмәй

wiki02.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан сода компания»һы өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштау һайланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.
Шулай итеп, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статустарына эйә Торатау менән Йөрәктау эшкәртелмәй. Хөкүмәттәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Ҡуштауҙы эшкәртеү рекультивация менән барһын өсөн уны иғтибар менән күҙәтергә тейештәр.
Ҡуштау – өс шихандың береһе, Башҡортостандың Ишембай районында Стәрлетамаҡтан 18 саҡрым көнсығышта һәм Өфөнән 140 саҡрым көньяҡта урынлашҡан. Тау эргәһендә генә Шихан, Үрнәк ҡасабалары һәм Ҡуштау тау саңғыһы үҙәге бар.
Быға тиклем «Башҡортостан сода компания»һы вәкилдәре Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн ҡулай түгел тип белдергәйне. Республика хөкүмәте компанияға сеймал сығанаҡтары сифатында Ғүмәр ятҡылығын һәм башҡа сығанаҡтар тәҡдим итһә лә, «Башҡортостан сода компания»һы уларҙың береһен дә ҡабул итмәне. Компанияла әйтеүҙәренсә, Торатау производствоға яҡын урынлашҡан һәм эзбиз составы буйынса ҡулай сығанаҡ. Ғалимдар ҙа – биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек шиханды, атап әйткәндә, Торатауҙы эшкәртеү идеяһын хупламаны.
Әлеге ваҡытта «Башҡортостан сода компания»һы Шәкетауҙы эшкәртә. Хәҙер тау ҡаҙылып бөткән тиерлек, сеймал запасы, компания раҫлауынса, дүрт йылға етерлек. Алдан киң мәғлүмәт саралары яҙғанса, Ҡуштау запасы комбинаттың 50 йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләүенә етергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1247952-syrem-dlya-proizvodstva-bashkirskoy-sodovoy-kompanii-stanet-goru-kushtau-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика