11:38 (UTC+5), 06 Декабрь 2018

Республиканың 2019 йылғы ҡаҙнаһына бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы өсөн 3,4 миллиард һум өҫтәнеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Финал уҡыуына Башҡортостан бюджеты проекты 3,4 миллиард һумға артты, тип һөйләне республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты ултырышында. Был — бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелгән федераль аҡса.
Бюджеттың аҙаҡҡы параметрҙары шундай: килем – 175,6 миллиард, сығым – 195,6 миллиард һум. Планлаштырылған дефицит үҙгәрмәй һәм 20 миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт Йыйылышының ошо йылдағы һуңғы ултырышы 20 декабрҙә уҙа, депутаттар унда финанс документын раҫларға тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан һуңғы өс йылда тәүге тапҡыр йылды дефицит менән ябырға ниәтләй. 2016 йылды республика — 12,5 миллиард, 2017-лә 10 миллиард профицит менән япты, ә быйыл, төрлө баһалар буйынса, профицит 3-5 миллиард тәшкил итәсәк.
Башҡортостан нисек аҡса эшләргә һәм уны нисек тотонорға уйлай – ошо хаҡта беҙҙең «Башҡортостан бер йылда 172 миллиард һум эшләй» һәм «Башҡортостанда бюджет аҡсаһын нимәгә тотоналар?» проекттарында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1247490-v-byudzhet-bashkirii-2019-dobavili-3-4-mlrd-rubley-na-zarplaty-byudzhetnikam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика