07:40 (UTC+5), 05 Декабря 2018

Рәсәйҙәргә ауыр тормош хәлендә ҡалған осраҡта ваҡытлыса ипотека түләмәҫкә рөхсәт итеүҙәре ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәйҙәргә ауыр тормош хәлендә ҡалған осраҡта ваҡытлыса ипотека түләмәҫкә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Рәсәй банкы шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.
«Ипотека стандартына ипотека кредиты буйынса түләүҙән ваҡытлыса баш тартыу опционын индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецовтың һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Швецов әйтеүенсә, статистика 30-35 йәшкә тиклемге кешеләрҙең эш урынын йышыраҡ алмаштыра башлауы хаҡында һөйләй.
«Өҫтәүенә эш алмаштырыу һәр саҡта ла хеҙмәткәрҙең теләгенә бәйле түгел, был предприятиеларҙың ябылыуы, шул арҡала граждандарҙың эштән китеүе кеүек хәлдәргә бәйле, ошондай хәлдә ҡалған кеше эш тапҡансы нисек тә булһа йәшәргә тейеш. Төрлө төбәктәр буйынса ҡарап сыҡтыҡ, кеше өс-алты айҙа мотлаҡ эш таба», — тине ул.
Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары билдәләүенсә, банк бер ни ҙә юғалтмай. Был осраҡта ипотека ваҡыты оҙайтыла, ә Үҙәк банк кредитты ваҡытында түләнмәгән тип иҫәпләмәй, сөнки опцион файҙаланыла.
Үҙәк банкта опционды бер тапҡыр ҡулланырға рөхсәт итергә уйлайҙар. Тәжрибә уңышлы үтһә, уны күп тапҡыр файҙаланыу вариантына кире ҡайтырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1246979-rossiyanam-mogut-razreshit-vremenno-ne-platit-ipoteku-v-slozhnykh-zhiznennykh-situatsiyakh-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика