12:39 (UTC+5), 03 Декабря 2018

2019 йылда «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен үҙгәртеү күҙаллана

Олег Яровиков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2019 йылда «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен үҙгәртеү күҙаллана. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты ултырышында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова хәбәр итте.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды камиллаштырыла», — тип билдәләне Гүзәл Аҫылова.
Республикала «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһында 383 етештереүсе ҡатнаша, 11 меңдән ашыу аҙыҡ-түлеккә һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарға билдә ҡуйыла.
Сауҙа селтәрҙәрендә социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы ҡуйыуға мониторинг үткәрелә – ул 23 аҙыҡ-түлекте үҙ эсенә ала, улар иҫәбендә һөт, йәшелсә, бакалея, икмәк бар. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе һүҙҙәренсә, республикала етештерелгән тауарҙарҙың иң аҙ өлөшө он һәм макарон изделиелары буйынса күҙәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1246014-v-2019-godu-planiruetsya-provesti-rebrending-znaka-produkt-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика