09:09 (UTC+5), 29 Ноября 2018

Республика властары ҙур һыйҙырышлы автобустар һатып алыуға 690 миллион һумдан ашыу аҡса тотонорға ниәтләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Башҡортостан властары ҙур һыйҙырышлы автобустар һатып алыуға 690 миллион һумдан ашыу аҡса тотонорға ниәтләй. Бюджет инвестициялары Республика адреслы инвестиция программаһында ҡаралған.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автобустар менән тәьмин итеүгә электрон аукциондар 27 ноябрҙә иғлан ителгән. Бөтәһе 100 заманса автобус һатып алыу күҙаллана.
Билдәле булыуынса, транспорт саралары заказсыһы – Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты. Контракт 2019 йылдың 31 декабренә тиклем үтәлергә тейеш.
Дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырылған документацияға ярашлы, бүленгән аҡсаның яҡынса 500 миллион һумы 74 ҡала автобусын һатып алыуға йүнәлтелә. Тағы ла 190,7 миллион һумын ҡала-ара бәйләнеш өсөн 26 транспорт алыуға тотоноу ҡарала.
http://www.bashinform.ru/news/1244386-vlasti-bashkirii-potratyat-bolee-690-mln-rubley-na-zakupku-avtobusov-bolshoy-vmestimosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика