Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2018, 18:02

Радий Хәбиров Ҡытай инвесторҙары менән Урал аръяғында цемент заводы төҙөлөшөн тикшерҙе

glavarb.ru
glavarb.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡытай инвесторҙары менән Сибайҙа цемент заводын төҙөү буйынса күләмле проектты тикшерҙе. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 13 миллиард һум тәшкил итер тип күҙ уңында тотола.
Осрашыуҙа «Цзюньхэ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса Сычуань компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Ли Лэцзюнь, «Сычуань-Сибай» индустриаль паркы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Чжан Цзиньхуэй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе — вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов һәм Сибай мэры Рөстәм Афзалов ҡатнашты.
Урал аръяғында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу параметрҙары, төҙөлөштөң ваҡыты һәм яҡтарҙың бурысы тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, сентябрь аҙағында Башҡортостан делегацияһы Сычуань провинцияһының халыҡ хөкүмәте губернаторы Инь Ли һәм Лэшань ҡалаһының халыҡ хөкүмәте мэры Чжан Тондың саҡырыуы буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһына барҙы.
Сәфәрҙең маҡсаты ике илдең төбәктәре араһында тышҡы иҡтисади һәм социаль-мәҙәни бәйләнештәрҙе яйға һалыу һәм нығытыу, Урал аръяғында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итеү ине.
Башҡортостан делегацияһы Сычуань провинцияһының Лэшань ҡалаһында урынлашҡан иң ҙур «Esheng Group» цемент заводында булды. Был предприятие йыл һайын 12 миллион тонна цемент етештерә. Ул провинцияның цементҡа ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Предприятиеның айырылып торған һыҙаты — юғары кимәлдәге таҙалыҡ. Сибайҙағы производство ошоға оҡшаш ҡорамалда шундай уҡ технологияларҙы файҙаланып асыла, ләкин уның етештереүсәнлеге аҙыраҡ — йылына 2 миллион тонна самаһы.
Ҡытай компанияһының цемент заводын төҙөүе хаҡында килешеүгә 2016 йылдың июнендә «Урал аръяғы-2016» иҡтисади форумы барышында өлгәшелде. Проектты ғәмәлгә ашырыу башта 300-ҙән ашыу эш урынын булдырырға мөмкинлек бирер ине, тәү сиратта — Ҡытайҙан эшсе көстәр өсөн. Һуңғараҡ предприятиела урындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә эшләр, киләсәктә иһә коллектив мең кешегә тиклем артыр тип күҙалланды. 2017 йылдың ғинуарында республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы заводты өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерҙе. Предприятие 2018 йылда асылырға тейеш ине, ләкин ул әле төҙөлә башламаған.
http://www.bashinform.ru/news/1244690-radiy-khabirov-obsudil-s-kitayskimi-investorami-stroitelstvo-tsementnogo-zavoda-v-zaurale/
Читайте нас: