11:58 (UTC+5), 29 Ноября 2018

Францияның сыр етештереү компанияһы башлығы республикабыҙҙа етештерелгән һөттө юғары баһаланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Францияның Savencia Fromage & компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис Башҡортостанда етештерелгән һөткә юғары баһа бирҙе. Үҙенең фекерен донъяның алдынғы сыр етештереүсеһе Рәсәй Президенты Вдадимир Путин ҡатнашлығындағы «Рәсәй саҡыра» форумының пленар сессияһы барышында белдерҙе.
Санкциялар индерелгәндән һуң компания Рәсәйгә сыр оҙатыуҙы туҡтатты, тип билдәләне Торрис. Шуға күрә предприятие Рәсәй биләмәһендә производство асыу өсөн урын эҙләне. Ағымдағы йылдың мартында уларҙың компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән «Бәләбәй һөт комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенә мажоритар пакет һатып алды.
«Бынан алда беҙ күп фермаларҙа һәм майҙансыҡтарҙа булдыҡ. Ләкин һөт йыйырға һәм уны һаҡларға мөмкин булған заманса производствоны тап Башҡортостанда таптыҡ. Сөнки был бизнесыбыҙ өсөн төп фактор булып тора. Кешеләр һәйбәт эшләй, тиҙ өйрәнә, был, һис шикһеҙ, беҙҙе шатландыра. Төбәк властары ла ярҙам итә. Шәп сыр шәп һөттән етештерелә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Жан-Поль Торрис.
Яҡын арала Франция компанияһы Башҡортостан предприятиеһын яңырта һәм сырҙың сифатын яҡшыртыу өсөн инновациялар индерә башлай, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1244747-glava-frantsuzskoy-kompanii-vysoko-otsenil-kachestvo-bashkirskogo-moloka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика