Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2018, 11:50

Декабрҙә республика эшҡыуарҙары өсөн бушлай консультациялар уҙғарыла

Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы декабрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса шәхси консультациялар үткәрә.
3 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы өлкәләр» темаһы буйынса сығыш яһай.
10 декабрҙә сәғәт 3-тән «Хеҙмәт шарттарына махсус баһа» темаһы буйынса консультацияны «Хеҙмәтте ойоштороуҙың һәм иҡтисади анализдың проект-индереү үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Людмила Рахманғолова уҙғара.
17 декабрҙә сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым һалыуҙы оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» темаһы буйынса консультация үткәрә.
Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, консультациялар Өфө, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә адресы буйынса уҙғарыла.
Алдан теркәлеү өсөн телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37. Электрон почта: [email protected].
http://www.bashinform.ru/news/1244003-dlya-predprinimateley-bashkirii-v-dekabre-provedut-besplatnye-konsultatsii-/
Читайте нас: