06:57 (UTC+5), 27 Ноября 2018

Өфө бюджеты аэропортҡа тиклемге трассаны тәртиптә тотоуға 127 миллион һум бүлә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ространснадзор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө бюджеты 2019 йылда Өфө — Аэропорт трассаһын тәртиптә тотоуға 127 миллион һумға яҡын аҡса бүлә. Ҡала властары 14 декабрҙә подрядсы һайлап алыу өсөн аукцион уҙғара. Тендер документтарынан күренеүенсә, был сумма шулай уҡ Дим юлын, Мелькомбинат ҡасабаһына һәм «Мега» сауҙа үҙәгенә инеү юлын, Ағиҙел аша ике күперҙе тәртиптә тотоуға йүнәлтелә. Бынан алда Өфө — Аэропорт трассаһын ҡарауға контракттарҙы «СУРСИС» муниципаль унитар предприятиеһы алғайны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Росавтодор» етәксеһенә юлдың күперҙән алып М5 трассаһы менән сиселешкә тиклемге өлөшөн федераль милеккә ҡабул итергә тигән тәҡдим индерҙе. Был осраҡта ҡала бюджеты һиҙелерлек «кәмейәсәк». «Росавтодор» башлығы Андрей Костюк тәҡдимде хупланы.
http://www.bashinform.ru/news/1243322-byudzhet-ufy-vydelyaet-127-mln-rubley-na-soderzhanie-trassy-do-aeroporta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика