09:35 (UTC+5), 27 Ноября 2018

Өфө 30 берәмек яңы ҡар таҙартыу техникаһын ала

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың баш ҡалаһына яңы ҡар таҙартыу техникаһы ҡайтарыла башланы. «Бөгөн беренсе ауыр грейдерҙы ҡабул итәбеҙ, иртәгә тағы дүрт берәмек техника килтерелә», — тип билдәләне мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов. Уның һүҙҙәренсә, Өфөгә бөтәһе 39 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы ҡайтарыла.
Оператив кәңәшмәлә уҙған ял көндәрендә 27 мең кубометрҙан ашыу ҡар массаһы сығарыуҙары ла билдәләнде. Миҙгел башынан ҡаланан 40 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған. Ҡарҙың күпләп яуыуы Өфөнөң ҡала хеҙмәттәренә йөкләмәне арттырҙы. Бөгөн ҡаланы таҙартыу эшенә яҡынса 300 берәмек техника һәм ике мең самаһы торлаҡ-коммуналь өлкә хеҙмәткәре йәлеп ителгән.
Өфө мэры Өлфәт Мостафин әйеүенсә, эргә-тирәләге биләмәләрҙе, парковкаларҙы, ҡыйыҡтарҙы боҙҙан һәм ҡарҙан таҙартыу өсөн милекселәр һәм ошо биналарҙы ҡуртымға алыусылар яуап бирә. Өфөлә биләмәләрҙе тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү буйынса яуаплылыҡ зоналарының интерактив картаһы эшләй. Ҡала халҡы, картаның үҙҙәре һайлаған участкаһына баҫып, теге йәки был биләмәнең кемгә ҡарауын, уны таҙартыу һәм төҙөкләндереү өсөн ҡайһы ойошманың яуаплы икәнен белә ала. Мәғлүмәт тәҙрәһендә шулай уҡ яуаплы кешеләр һәм телефон һандары күрһәтелгән.
Торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Раил Мирхәйҙәров автомобилдәрен юл буйында ҡалдырған автоһәүәҫкәрҙәргә зарланды, сөнки улар ҡар таҙартыуға ҡамасаулай.
«Ихаталарҙа автомобилдәр күп. Йорт яны биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу өсөн подъездарға график яҙылған иғландар эләбеҙ», — тип һөйләне Раил Мирхәйҙәров.
Йөрөй торған юлдарҙы сифатлыраҡ таҙартыу өсөн ҡала хеҙмәттәре автомобиль хужаларына шәхси автотранспортты ярамаған урындарҙа, юл буйҙарында ҡалдырмауҙарын һорап мөрәжәғәт итә, сөнки был коммуналь хеҙмәттәр өсөн ауырлыҡтар тыуҙыра. Эштәр юл хәрәкәтенә ҡамасауламаҫ өсөн киске һәм төнгө ваҡытта башҡарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1243440-ufa-poluchit-39-edinits-novoy-snegouborochnoy-tekhniki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика