06:02 (UTC+5), 26 Ноября 2018

Республикала 2019 йылдың 1 февраленән Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт, муниципаль һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу өлкәһендә ғәмәлдә булған дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эшенә түләү тураһында Положениены раҫлау тураһында»ғы хөкүмәт ҡарары баҫылған. Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 февраленән төбәктә Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла.
Мәҫәлән, беренсе категориялы белгестең минималь оклады 6400 һум тәшкил итергә тейеш. Ошо суммаға төрлө өҫтәмәләр ҡаралған: эшләгән йылдар, ғилми дәрәжә өсөн, йәш белгес булараҡ (30 йәшкә тиклем), төрлө премиялар һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ҡушты. Төбәк етәксеһенә үҙәктәрҙә бер нисә сәғәткә һуҙылған сираттар хаҡында ялыуҙар килгән. Асыҡланыуынса, эш хаҡының түбән булыуы сәбәпле, Күп функциялы үҙәктәрҙә кадрҙар етешмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1242712-zarplaty-rabotnikov-mfts-v-bashkirii-vyrastut-s-1-fevralya-2019-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика