10:15 (UTC+5), 26 Ноября 2018

1 ғинуарҙан республикала эшһеҙлек пособиеһының максималь күләме 9200 һум тәшкил итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшһеҙлек пособиеһы 2009 йылдан алып тәүге тапҡыр һиҙелерлек арта, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.
Киләһе йылдың ғинуарынан эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 850-нән 1500 һумғаса, иң күбе 4900-ҙән 8000 һумға тиклем арттырыла.
«Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, яңы йылдан эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 1725 һум, иң күбе 9200 һум була. Әлеге ваҡытта республикала ошо пособиеның минималь күләме Урал коэффициенты менән бергә 977,5 һум, максималь күләме иһә 5635 һум тәшкил итә», — тип хәбәр итте республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Бынан тыш, 2019 йылдан тәүге тапҡыр пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек пособиеһы индерелә. Улар өсөн пособиеның иң аҙы — 1500 һум, иң күбе 11 280 һум, йәғни 2018 йылдың икенсе кварталында эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 100% тәшкил итә.
Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, пенсия алды йәшендәгеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының максималь күләме 12 972 һум булырға тейеш.
Ағымдағы йылдың ноябрь башына төбәктә 17,8 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Был йыл башы менән сағыштырғанда 13,7% аҙыраҡ. «Рәсми» эшһеҙҙәрҙең дөйөм һанынан 62 проценты тиерлек — ҡатын-ҡыҙҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1243058-s-1-yanvarya-maksimalnyy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-v-bashkirii-sostavit-9200-rubley-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика