09:00 (UTC+5), 23 Ноября 2018

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йәнә ҡиммәтләнде

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика статистиктары аҙыҡ-түлек кәрзиненең сираттағы тапҡыр ҡиммәтләнеүе тураһында хәбәр итте. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, аҙна эсендә аҡ күсәнле кәбеҫтә (6,2 процентҡа) һәм башлы һуған (4,5) һиҙелерлек ҡиммәтләнгән. Төбәктә йәшәүселәргә кәбеҫтәнең бер килограмы хәҙер уртаса 20 һумға, һуғандың иһә 21 һумға төшә.
Шартлы исемлектә өсөнсө урынды тары ярмаһы биләй — бер килограмы уртаса 50 һум, йәки бер аҙнала 2,3 процент.
Аҙна эсендә алма, кишер, сәй, арыш ононан һәм арыш менән бойҙай оно ҡушып бешерелгән икмәк, ҡарабойҙай ярмаһы, көнбағыш майы, туңдырылған балыҡ, һыйыр ите, он, дөгө, тауыҡ ите, йомортҡа, шәкәр һәм тоҙ 0,1-1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Шул уҡ ваҡытта республикала сусҡа ите, һөт, сыр, вермишель һәм картуф 0,03-1,8 процентҡа арзанайған.
Статистиктарҙың һайланма мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда аҡ майға (бер килограмы 46 һум), бойҙай икмәгенә (365) һәм һарыҡ итенә (242) генә хаҡтар үҙгәрмәгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың авгусында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 28 707 һумға еткән. Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың ғинуар-авгусында рсепубликала йәшәгән һәр кешегә 25 968 һум тура килгән.
Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы, кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын да иҫәпкә алып, 32 478 һум тәшкил иткән. Быйыл тәүге туғыҙ айҙа ул төбәктә 32 257,5 һум булған.
http://www.bashinform.ru/news/1242356-produktovaya-korzina-v-bashkirii-vnov-podorozhala/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика