Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2018, 11:57

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты дәүләт экспертизаһын үтте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дөйөм ҡулланылыштағы федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» юлына Өфөнән яңы сығыу юлын (Көнсығыш сығыу юлы) һалыу буйынса күләмле инвестиция проекты Рәсәй дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, проектты концессия формаһында тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Уҙған йылдың йәйендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында респулика хөкүмәте һәм «Башҡортостан концессия компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме 34 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Концессия килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡыты — 25 йыл. Уның дүрт йылы транспорт коридорын төҙөүгә бирелә.
Килешеү объектына автомобиль юлы тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер, ошо күперҙән федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» юлына тиклемге юл участкаһы, шулай уҡ аҡса алыу пункты һәм юл-файҙаланыу предприятиеһы инә.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, әлеге күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу Өфө ярымутрауы биләмәһенән өҫтәмә сығыу юлын һалырға мөмкинлек бирергә, был иһә водителдәр өсөн шәп мөмкинлек булырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1242281-proekt-vostochnogo-vyezda-iz-ufy-proshel-gosudarstvennuyu-ekspertizu/
Читайте нас: