Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында республиканың тимер юл йөктәрен ташыуҙы Өфө урау юлына күсереү тураһында тәҡдимен ҡарау буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында
һөйләшеп килешелде. Ул бындай ҡарарҙың иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыу мәсьәләһен өйрәнергә тейеш.