09:49 (UTC+5), 22 Ноября 2018

Өфө 13 миллионлы ҡаланың конкурентлыҡҡа һәләтлеге рейтингында 6-сы урынды биләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Николаев/. Ҡалаларҙың конкурентлыҡҡа һәләтлеге рейтингында Өфө Рәсәйҙең 13 миллионлы ҡалаһы араһында алтынсы, 600 меңдән ашыу кеше йәшәгән биш субмиллионлы ҡаланы иҫәпкә индергәндә һигеҙенсе урынды биләй. Рейтинг 2017 йылда иҡтисад, социаль һәм финанс өлкәһен анализлауға нигеҙләнгән.
Мәғлүмәттәр 2030 йылға тиклем Өфөнө социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы проектында баҫылған. Конкурентлыҡҡа һәләтлек рейтингында Төмән барлыҡ күрһәткестәр буйынса тиерлек алдынғылыҡты бирмәй. Икенсе урында — Екатеринбург һәм Краснодар. Дүртенсе урынды Ҡазан һәм Дондағы Ростов бүлеште.
Стратегия проектында билдәләнеүенсә, социаль күрһәткестәрҙең күпселеге буйынса Өфө миллионлы һәм субмиллионлы ҡалалар исемлегендә уртаса урында, был ҡаланың иҡтисади үҫеш кимәленә һәм уның ҡеүәтенә тап килмәй. Стратегия авторҙары фекеренсә, ҡала өсөн иҡтисади һәм социаль өлкәләр үҫешенең дисбаланс мәсьәләһе көнүҙәк.
1,131 кеше йәшәгән Өфө торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек буйынса миллионлы ҡалалар араһында һуңғы урында тора. Һәр кешегә 23,7 квадрат метр тура килә.
Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы һигеҙ йыл буйына 1-2-се урындарҙы биләне, ләкин уҙған йылда һигеҙенсегә төштө. Ҡала халҡының дөйөм һанынан эшһеҙҙәрҙең өлөшө лә юғары ҡала.
Шул уҡ ваҡытта иҡтисади хәл социаль хәлгә күпкә яҡшыраҡ — иҡтисади үҫеш күрһәткестәренең күпселеге буйынса Өфө конкурентлыҡҡа һәләтлек рейтингында тәүге урындарҙы биләй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса республиканың баш ҡалаһы тәүге миллионлы һәм субмиллионлы өс ҡала иҫәбенә инә, төп капиталға инвестициялар буйынса Өфө, 2017 йылда күрһәткестең түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, конкурентлыҡ позицияларын яҡшыртты (алтынсы урындан дүртенсегә күтәрелде).
http://www.bashinform.ru/news/1241836-ufa-zanimaet-6-e-mesto-v-reytinge-konkurentosposobnosti-13-gorodov-millionnikov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика