07:27 (UTC+5), 22 Ноября 2018

Башҡортостан торлаҡты реновациялау буйынса пилот проектына инергә ниәтләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан властары торлаҡты реновациялау — ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса пилот проектына инергә ниәтләй. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондында хәбәр итеүҙәренсә, учреждениеның генераль директоры Константин Костенко һәм республиканың ипотека туплау механизмдарын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов «Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын реновациялау тураһында»ғы федераль закон проектын тикшереүҙә ҡатнашты. Фекер алышыу илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Төҙөүселәр союзы комитеттарының берлектәге ултырышында уҙҙы. Тармаҡ белгестәре Рәсәй президентының торлаҡ төҙөлөшө күләмен ҡырҡа арттырыу буйынса «май указ»ын үтәү алымдарын ҡараны.
Республика белгестәрен торлаҡҡа оҙайлы түләүгә һәләтле ихтыяж булдырырға мөмкинлек биргән ипотека-туплау системаһын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырҙылар. Был мөһим материал, сөнки төбәктәрҙең финанс мөмкинлектәрен Мәскәү менән сағыштырып булмай.
Аҙаҡтан ҡатнашыусылар илдең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда реновацияның пилот проекттарын әҙерләү тәҡдиме менән Рәсәй Федераль Йыйылышына, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына резолюция ҡабул итте. Ниндәйҙер аныҡ пландар тураһында һөйләргә иртәрәк әле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
http://www.bashinform.ru/news/1241842-bashkiriya-planiruet-voyti-v-pilotnyy-proekt-po-renovatsii-zhilya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика