04:01 (UTC+5), 21 Ноября 2018

Республикала бухгалтерҙарға ихтыяж арта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 ноябрҙә Рәсәйҙә Бухгалтер көнө билдәләнә. Хеҙмәт баҙары эксперттары фекеренсә, автоматлаштырыуға тәү сиратта ошо белгестәрҙең эләгеүе мөмкин — уларҙың көндәлек бурыстарын машиналарға тапшырыу отошлораҡ. Ләкин эшкә урынлашыу өлкәһендә үҙгәрештәр әлегә күҙәтелмәй.
Әйтәйек, Башҡортостанда бухгалтерҙарға ихтыяж йыл һайын арта, тип билдәләй HeadHunter рекрутинг хеҙмәте. Ғинуар-октябрь айҙарында үҫеш уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 56% тәшкил иткән. Был хеҙмәткәрҙәр менән айырыуса ваҡлап һатыу һәм төҙөлөш тармағы компаниялары ҡыҙыҡһына.
Бөгөн Башҡортостанда бер бухгалтер вакансияһына 7,8 резюме тура килә. Рәсәй буйынса ошо белгестәр араһында конкуренция түбәнерәк — бер урынға 7,2 резюме, күрше Свердловск өлкәһендә — 4,4.
Көтөлгән һәм тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы — 30 һәм 25 мең һум. Кандидаттарҙың 89% — ҡатын-ҡыҙҙар. Бухгалтер эшен йышыраҡ 25-45 йәшлектәр эҙләй. Уларҙың күпселеге юғары белемле (88%).
http://www.bashinform.ru/news/1240843-v-bashkirii-rastet-spros-na-bukhgalterov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика