05:00 (UTC+5), 21 Ноября 2018

Өфө ике яңы күпергә һәм Р-240 трассаһын төҙөкләндереүгә федераль субсидиялар алыуы мөмкин

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 ноябрҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе Андрей Костюктың эш осрашыуы булды.
Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, яҡтар федераль үҙәктән финанс ресурстары ярҙамында Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен тикшерҙе. Һүҙ Өфөнән Көнсығыш юлын төҙөү һәм Р-240 «Өфө – Ырымбур» автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса концессия проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре хаҡында барҙы. Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән М-5 «Урал» сиселешенә тиклем «Өфө – Аэропорт» трассаһының бер өлөшөн федераль милеккә тапшырырға тәҡдим ителде. Росавтодор етәксеһе әлеге башланғыстарҙы ыңғай баһаланы һәм төбәктең позицияһын хупланы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Андрей Костюкка Өфөлә Воровский һәм Интернациональ урамдары участкаһында –Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер һалыуға федераль субсидиялар йәлеп итеү өсөн ғаризаларҙы ҡарарға тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Мәскәүҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1241133-vrio-glavy-bashkirii-i-rukovoditel-rosavtodora-obsudili-razvitie-transportnoy-sistemy-rb/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика