12:29 (UTC+5), 21 Ноябрь 2018

2019 йылға Өфө бюджеты дефицитһыҙ планлаштырылған

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн, 21 ноябрҙә, Өфө ҡала Советы депутаттары 5 декабрҙә баш ҡаланың 2019 йылға бюджеты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Өфөлә йәшәгән һәр кем сарала ҡатнаша һәм ҡала ҡаҙнаһын булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерә ала. Бюджет проекты, яҙма тәҡдимдәр тапшырыу һәм асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыу тәртибе 23 ноябрҙә баҫыла.
Өфө бюджеты килеменең 2019 йылға фаразланған дөйөм күләме 23,7 миллиард һумға планлаштырылған, сығымдар ҙа шунса тәшкил итә. Шулай итеп, киләһе йылға ҡала бюджеты дефицитһыҙ планлаштырылған. Башҡортостан ҡаҙнаһынан алынған бюджет-ара трансферттар суммаһы 12 миллиард һум кимәлендә фаразлана. 2019 йылда Өфөнөң Юл фонды күләме 3,3 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Ҡала Советы ултырышында ҡала бюджетына яҡынса йомғаҡ яһалды (1 ноябргә ҡарата). 2018 йылда ҡала бюджеты дефициты 52,9 миллион һумдан юғары булмаҫ тип билдәләнә.
2017 йылда Өфө бюджеты 400 миллион һум дефицит менән үтәлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1241264-byudzhet-ufy-na-2019-god-splanirovan-bezdefitsitnym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика