06:02 (UTC+5), 19 Ноябрь 2018

Республикала торлаҡтың 70% ашыуы кредитҡа төҙөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл тәүге 10 айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1,618 миллион квадрат метрлыҡ 20 мең фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 10,5 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Йыл башынан республикала һәр мең кешегә 398 квадрат «торлаҡ» һалынған.
2018 йылдың 10 айы йомғаҡтарына ярашлы, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан икенсе урында тора. Йән башына торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика дүртенсе урынды биләй.
Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 71 процент тәшкил иткән. Башҡортостанда йәшәүселәр дөйөм майҙаны 1,149 миллион квадрат метрҙан ашыу 10,6 мең өй һалған. Был үткән йылдың ғинуар-октябрь айҙарына ҡарағанда 8,6 процентҡа кәмерәк.
Республиканың юридик берәмектәре — төҙөүселәр ошо уҡ ваҡытта дөйөм майҙаны 469 мең квадрат метрҙан ашыу йорттарҙы файҙаланыуға тапшырған. Был уҙған йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 15 процентҡа аҙыраҡ, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.
http://www.bashinform.ru/news/1239503-s-nachala-goda-v-bashkirii-postroeno-bolee-1-6-mln-kvadratov-zhilya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика