07:07 (UTC+5), 16 Ноября 2018

Республикала ишле ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда күп балалы тип танылған ғаиләлә ата-әсәнең (балалыҡҡа алыусының) йәки опекундың (попечителдең) береһен транспорт һалымын түләүҙән азат итәләр. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында республика законына төҙәтмәләр ҡарала.
«Ошондай ярҙам сараһын двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән еңел автомобилдәргә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем тәшкил иткән автобустарға ҡарата билдәләргә тәҡдим ителә. Льгота хужаның теләге буйынса һәр типтағы бер транспорт сараһына бирелә һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә була. Закон проекты ишле ғаиләләргә булышлыҡ итеүгә, республикалағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Бынан алда республика Хөкүмәте, әлеге закон проектын депутаттарға ҡарауға индереп, двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һәм башҡа транспорт хужаларына льгота биреүҙән баш тартырға тәҡдим иткәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, закон проекты менән танышып сыҡҡандан һуң, халыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ льготаларҙы һаҡларға ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1239152-v-bashkirii-mnogodetnye-semi-osvobodyat-ot-transportnogo-naloga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика