Баш ҡалала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 17 һәм 18 ноябрҙә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шәмбе Ленин районында, Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында йәшелсә, бал һәм башҡа температура режимын һаҡлауҙы талап итмәгән тәбиғи аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү ойошторола.
Йәкшәмбе ауыл хужалығы йәрминкәләре Октябрь районында, Рыльский урамындағы аллеяла, шулай уҡ Ленин районында, Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында уҙа.