08:10 (UTC+5), 15 Ноябрь 2018

1 ғинуарҙан һәм 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялауҙы раҫланы. Түләү тәүҙә 1 ғинуарҙан, һуңынан 1 июлдән арта. Бындай саралар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты индексациялауҙы уртаса кимәлдән арттырмауға йүнәлтелгән.
Эш шунда: 1 ғинуарҙа өҫтәлгән хаҡҡа һалым (НДС) 2% арта. Шул рәүешле ул 18-ҙән 20% тиклем күтәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының артыуына ныҡ бәйле түгел, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте. 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 1,7% кимәлендә индексациялана. Хәбәр ителеүенсә, был өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуын иҫәпкә алыуҙы тәьмин итә. 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 2019 йылдың ғинуарына ҡарата 2,4% кимәлендә арта.
Быға тиклем коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ йыл дауамында бер тапҡыр - 1 июлдән индексацияланды.
http://www.bashinform.ru/news/1238478-zhiteley-bashkirii-zhdet-povyshenie-tarifov-zhkkh-1-yanvarya-i-1-iyulya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика