10:30 (UTC+5), 14 Ноября 2018

Хөкүмәт 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын ике этапта индексациялауҙы раҫланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Түләү тәүҙә 1 ғинуарҙан, һуңынан 2019 йылдың 1 июленән арттырыла. Тейешле документ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.
«2019 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын 18-ҙән 20% тиклем арттырыуға бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүен 1,7% кимәлендә, ә 2019 йылдың 1 июленән 2019 йылдың ғинуарына ҡарата тағы ла 2,4% кимәлендә индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был 2019 йылдың 1 ғинуарына һәм 1 июленә билдәләнгән түләүҙәрҙең индекстарын бергә ҡушыу тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүе бер тапҡыр – 1 июлдә генә, ҡағиҙә булараҡ, уртаса 4% кимәлендә индексациялана ине», — тип асыҡлыҡ индерелә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.
Ҡул ҡуйылған ҡарар менән Индекстар формалаштырыу нигеҙҙәренә киләһе йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр индексацияһы, 1 ғинуарҙан өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын арттырыуға ҡарамаҫтан, уртаса кимәлдә ҡалдырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1238226-pravitelstvo-utverdilo-dvukhetapnuyu-indeksatsiyu-tarifov-zhkkh-v-2019-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика