06:11 (UTC+5), 14 Ноября 2018

Өфөләге автозаправкалау станцияларында яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

БашДТП
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 13 ноябрҙә кискеһен Өфөләге автозаправкалау станцияларында дизель яғыулығына хаҡтар үҙгәрҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына автоһәүәҫкәрҙәр хәбәр итте.
Атап әйткәндә, «Лукойл» компанияһы заправкаһында дизель яғыулығының бер литры бер юлы ике һумға артҡан — 46 һум 90 тин. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «Башнефть» станцияларында ла дизель яғыулығының хаҡы 45 һум 50 тингә тиклем ҡиммәтләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың майында Башҡортостанда нефтселәр яғыулыҡтың хаҡын алты тапҡырға күтәргәйне. Башҡортостанстат аналитиктары мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йәйҙә бензин хаҡы уртаса 12% артҡан. Дизель яғыулығы башҡа маркаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡиммәтләнгән (14,6%).
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Дәүләт Думаһының бензин хаҡын дәүләт көйләүе тураһында закон проектын индереүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ағымдағы йылдың 31 октябрендә нефть компаниялары вәкилдәре һәм властар 2019 йылдың мартында яғыулыҡҡа хаҡты кәметеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға һөйләшеп килеште.
http://www.bashinform.ru/news/1238092-v-ufe-snova-podorozhal-benzin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика