09:44 (UTC+5), 13 Ноября 2018

Республикала социаль туризм программаһы электрон сертификаттарға күсә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдан Башҡортостанда социаль туризм программаһында ҡатнашыусылар электрон сертификаттар ала башлай. Был туристик миҙгелгә әҙерләнеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында. Сертификатта юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплаған субсидия күҙ уңында тотола. Пенсионерҙарға — һигеҙ мең, етем балаларға 12 мең һумын ҡаплау ҡаралған.
Ағымдағы йылда 800-гә яҡын кеше социаль юллама алған, уларҙы һатып алыуға 7,8 миллион һум бүленгән. Пенсионерҙар һәм башҡа социаль төркөмдәр өсөн 111 маршрут тәҡдим ителгән (Башҡортостан буйлап 85 һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре буйлап 26). Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн Өфө һәм республика буйлап 22 маршрут, шулай уҡ Краснодар крайына, Һамарға, Ижевскиға һәм Екатеринбургка экскурсия программалары тәҡдим ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1237670-v-bashkirii-programma-sotsialnogo-turizma-perekhodit-na-elektronnye-sertifikaty-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика