08:12 (UTC+5), 13 Ноября 2018

Өфө мэры: Арзан профнастил менән көпләнгән магазиндар ҡаланы йәмһеҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһын йәмһеҙләгән сауҙа биналарын биҙәүҙә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин мэриялағы оператив кәңәшмәлә сауҙа селтәрҙәре магазиндарын осһоҙ профнастил менән көпләү тәжрибәһен туҡтатыуҙы талап итте. Уның һүҙҙәренсә, бындай алымды алмаштырырға кәрәк. «Был айырыуса «Магнит» һәм «Красное Белое» магазиндарына ҡағыла. Улар беҙҙең талаптарға һәм кәңәштәргә ҡолаҡ һалмай», — тине Ҡала дизайны үҙәге директоры Марсель Моратов.
Өфө мэры хеҙмәткәрҙәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо мәсьәләне асыҡларға һәм күрелгән саралар тураһында үҙенә хәбәр итергә ҡушты.
Өлфәт Мостафин ҡала туҡталыштарындағы сауҙа павильондары биҙәлешенә, урынлашыуына ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе һәм «Дәүләт циркы» туҡталышында торған трамвай киоскын миҫалға килтерҙе.
«Берәй кем шуға иғтибар итәме икән, ҡаланың үҙәге, эргәлә - мэрия, әллә беҙҙә кем нисек теләй, шулай эшләйме», — тине баш ҡала етәксеһе, сауҙа нөктәләре форматтарының берҙәм булмауын күҙ уңында тотоп.
Ҡала дизайны үҙәге етәксеһе һүҙҙәренсә, ваҡлап сауҙа итеү объекттары эшмәкәрлеген яйға һалған документ юҡ. Ошо мәсьәлә буйынса ҡарар проекты әҙерләнгән һәм яҡын арала Өфө ҡала Советына ҡарауға индерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1237648-mer-ufy-fasady-magazinov-obshitye-deshevym-profnastilom-portyat-oblik-goroda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика