12:01 (UTC+5), 13 Ноября 2018

Өфөлә урамдарҙы төнгө яҡтыртыу графигын үҙгәртәләр

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бөгөн, 13 ноябрҙә, мэриялағы оператив кәңәшмәлә республиканың баш ҡалаһында төнгө яҡтыртыу графигының үҙгәреүе хаҡында белдерҙе. «Өфөлә фонарҙар төнгө сәғәт 1-ҙән таңғы 5-кә тиклем генә һүндерелә», — тине Өлфәт Мостафин.
Кисә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың тораҡ пункттарында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе тикшерелде. Уҙғарылған мониторинг һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, республика ҡала-райондарында урамдарҙы һәм тыҡрыҡтарҙы яҡтыртыу 67,8 процент тәшкил итә. Өҫтәүенә 25 муниципалитетта был уртаса республика күрһәткесенән түбәнерәк, ә ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа 30 процентҡа ла етмәй. Бынан тыш, 2,5 мең балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙең 592-һендә 500 метр радиусында тейешле фонарҙар юҡ.
«Был бик ҙур проблема. Был халыҡтың көнитмеше уңайлығы проблемаһы. Яҡтыртыу мәсьәләһе – хәүефһеҙлек тәьминәтенең төп элементтарының береһе», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, яҡтыртыуҙы тәү сиратта йылдам ҡарарҙар, атап әйткәндә, урамдарҙа терәүҙәре һәм линиялары булған фонарҙарҙы монтажлау иҫәбенә арттырырға кәрәк. Муниципалитеттарға киске һәм иртәнге сәғәттәрҙә эш ваҡытын арттырып, төндә яҡтыртыу системаларының эш графигын ҡайтанан ҡарау бурысы йөкмәтелде.
http://www.bashinform.ru/news/1237619-v-ufe-pomenyayut-grafik-nochnogo-osveshcheniya-ulits-i-dvorov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика