08:00 (UTC+5), 12 Ноябрь 2018

Республикала 20 ноябрҙән ҡайнар асфальт түшәү тыйылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 20 ноябрҙән республикала дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын төҙөкләндергәндә ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын һалыу тыйыла. «Республикала дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ремонтлағанда ҡайнар асфальт-бетон япмаһы менән ҡаплау эштәрен тамамлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. 20 ноябрҙән бындай эштәр тыйылған. Көҙгө осорҙа ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын түшәү 20 ноябргә тиклем һауа температураһы +5 градустан юғары булған осраҡта һәм техник регламентҡа ярашлы тормошҡа ашырыла», — тип һөйләне республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мониторинг алып барырға һәм ведомство бойороғон боҙоу осраҡтары булһа, үҙенә хәбәр итергә ҡушты.
«20 ноябрҙән температура режимына ҡарамайынса ҡайнар асфальт түшәмәйбеҙ. Кемдәр быға ҡолаҡ һалмай, шуларға яза бирелә», — тип билдәләне республика етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1237185-v-bashkirii-s-20-noyabrya-zapreshchena-ukladka-goryachego-asfalta-/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика