06:25 (UTC+5), 09 Ноября 2018

Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ – Радий Хәбиров

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ. Быны мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ белдерәм. Икенсе һорау – ҡасан һәм нисек. Беҙ быны тиҙ эшләргә тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кесе йома, 8 ноябрҙә, Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә.
Торлаҡ төҙөлөшөндәге хәлде ул ҡаланың киҫкен мәсьәләләренең береһе тип атаны.
«Әүҙем, ҡеүәтле һәм тиҙ торлаҡ төҙөлөшө беҙҙең өсөн төп бурыс булып тора. Халҡыбыҙ йортҡа мохтаж, сираттар йылдар буйына тора. Ҡайһы берҙә федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы быға хоҡуғы булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итә алмайбыҙ. Шуға йорттар төҙөйәсәкбеҙ, - тип айырып әйтте Радий Хәбиров. - Йорттарҙы әлеге ваҡытҡа тиклем төҙөгән кеүек башҡа эшләмәйбеҙ. Уйлап эшләнмәгән, яуапһыҙ ҡарарҙар нәҡ Өфөлә, Өфө районында алданған өлөшсөләрҙең бик күп булыуына килтерҙе».
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы шулай уҡ төҙөүсе поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡалар барлыҡҡа килһен өсөн йә төҙөргә, йә иһә күпмелер аҡса күсерергә тейеш тип билдәләне.
«Беҙҙең төҙөлөш блогы миңә Өфөлә йыл һайын кәмендә өс мәктәп төҙөргө кәрәк тип белгертә. Беҙ әҙер, ләкин ҡалала төҙөр өсөн урындар бармы? Мин белмәйем. Шул ҡәҙәр йорт өйгәндәр, ә беҙгә эргәлә генә булһын, автобуста бөтә Октябрь проспекты буйлап йөрөргә тура килмәҫлек итеп мәктәп төҙөргә кәрәк. Шуға, әйҙәгеҙ, был етешһеҙлектәрҙе төҙәтәйек, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙең бурыс – күп, быға тиклем төҙөлгәнгә ҡарағанда күберәк, әммә шул уҡ ваҡытта, халыҡҡа йәшәү уңайлы, кешеләр нормаль социаль инфраструктура менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булһын, алданған өлөшсөләр булмаһын итеп төҙөү».
http://www.bashinform.ru/news/1236041-vse-obyazatelstva-po-dolshchikam-my-vypolnim-radiy-khabirov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика