09:55 (UTC+5), 09 Ноябрь 2018

Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре ҡапыл һалҡынайтыуы сәбәпле көсәйтелгән эш режимына күсә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән эш режимына күсә. Бындай саралар алдағы көндәрҙә һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүенә бәйле. «Ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсерелгән. Боҙлауыҡ булмаһын өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртергә әҙер», — тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.
Баш ҡала мэрияһы юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн автоһәүәҫкәрҙәрҙе саралар күрергә саҡыра. Атап әйткәндә, йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырырға. Шулай уҡ тиҙлек режимын һаҡларға, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа, бер рәттән икенсеһенә күсергә тырышмаҫҡа кәрәк. Күперҙәрҙә, таулы урындарҙа айырыуса иғтибарлы булыу зарур.
Штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта — «Ҡотҡарыу хеҙмәте 112» шылтыратырға.
Алдан хәбәр ителгәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостан биләмәһенә арктик һауа массаһының үтеп инеүенә бәйле һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 9-12 ноябрҙә республикала һауа температураһының төндә -10,-15, аяҙытҡанда -16,-21, көндөҙ -5,-10, айырым райондарҙа -15 градусҡаса түбәнәйеүе мөмкин. Урыны менән ҡар яуа, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
http://www.bashinform.ru/news/1236171-kommunalshchiki-ufy-perekhodyat-na-usilennyy-rezhim-raboty-iz-za-rezkogo-pokholodaniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика